Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Апрель , 19:00

Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды

Радий Хәбиров: "Донбасс халҡына күптән дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙыҡ, артабан да гуманитар ярҙам ебәреләсәк".

Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына бишенсе гуманитар йөк ылауын оҙатыу тантанаһы үтте. Уның составына ике аҙыҡ-түлек, ике һыу, өс төҙөлөш материалдары тейәгән ҙур йөк автобилдәре ингән. Төҙөлөш материалдары “Кроношпан” предприятиеһынан. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы 133,3 тонна, уларҙың 17 тоннаһы – аҙыҡ-түлек, 63,3 тоннаһы – төҙөлөш материалдары, 11,5 тоннаһы – түшәк кәрәк-ярағы, кейем, медицина тауарҙары, көнкүреш химияһы һәм гигиена саралары, 41,4 тоннаһы – эсәр һыу.

Гуманитар йөктө оҙатыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн 600 тонна самаһы йөк йыйҙыҡ. Донецкиҙа булғанда беҙҙән төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе һоранылар, уларға күп нәмәне тергеҙергә кәрәк. Республикабыҙ иһә күптән Донбасс халҡына дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы, артабан да колонналар оҙатыласаҡ. Беҙгә эшҡыуарҙар, ҙур предприятиелар етәкселәре ныҡ ярҙам итә. Уларға бик рәхмәтлемен. Гуманитар конвойҙы алып барыуҙа ҡатнашҡандарға, тәү сиратта водителдәргә рәхмәт. Был ябай булмаған һәм хәүефле эш. Һеҙ ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ошо ауыр бурысты атҡараһығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Берләшеп, Донбасс халҡына ярҙам иткән, битараф булмаған барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Илебеҙ өсөн ябай булмаған ваҡыт булһа ла, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы тора аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Сара барышында республика Башлығы дүрт етәксегә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был төркөмдә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “ВК Регион” сауҙа компанияһы етәксеһе Марат Хәмит улы Вәлиев, “БашРТС” предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы вәкиле Геворг Арегович Григорян бар.

"Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһына белгес ярҙамы күрһәттек, унда үҙебеҙ ҙә тәжрибә тупланыҡ, кешеләрҙе дауаланыҡ, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам иттек”, – тине Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 15 апрелдә ҡайтҡан өсөнсө ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө етәксеһе булған.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов белдереүенсә, был сарала халыҡ та, предприятиелар ҙа теләп ҡатнаша, ғөмүмән, бөтөн республика бер ҙур эште атҡара.  

Билдәле булыуынса, тәүге гуманитар ярҙам 4 мартта оҙатылды, артабан 14 мартта – икенсе, 5 апрелдә – өсөнсө, 9 апрелдә дүртенсе ылау юлға сыҡты. Улар барыһы ла теүәл көйөнсә тәғәйен урынына еткерелде. Һәммәһендә лә көнкүрештә талап ителгән һәр төрлө әйбер тупланғайны.

Тимерйән РӘЖӘПОВ, “Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

– Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына бишенсе ылауҙы оҙатабыҙ. Беҙҙең ойошма ошондай гуманитар ярҙам күрһәтеү эше менән 2015 йылдан бирле шөғөлләнә. Хеҙмәтебеҙҙе күрәләр. Унда халыҡ беҙҙе һәйбәт ҡаршы алып һәм оҙатып ҡуя.   

Зәки ӘЛИБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе:

– Был ылауҙы әҙерләгән ваҡытта беҙҙең парламенттың депутаттар корпусы һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, махсус операция башланғас уҡ һәр депутат үҙ иғәнәһен күсерҙе. Шулай уҡ әйберҙәр, китаптар йыйыу эшендә лә һәр беребеҙ ҡатнаша. “Берҙәм Рәсәй” партияһы етәкселегендә беҙҙең депутаттар корпусы ошондай ылауҙарҙы ла Өфөнән оҙатып ҡала.

Булат ЙОМАҘИЛОВ, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Адвокаттар коллегияһы Президиумы рәйесе:

– Америка һәм Европа илдәре етәкселәре ғәйебе менән Украина ошондай хәлгә тарыны. Шуға ла Президентыбыҙ Владимир Путин, илебеҙҙең хәүефһеҙлеген яҡлап, ошондай ҡарар ҡабул итергә мәжбүр булды. Был дөрөҫ сәйәсәт, беҙ уны хуплайбыҙ. Украиналағы фашизм, нацизм сәбәпле унда йәшәгән ябай халыҡ яфа сикте.

Гуманитар бик урынлы күрһәтелә, уға мохтажлыҡ ҙур, ярҙам итергә кәрәк. Бөгөн инде бишенсе гуманитар ярҙам китте. Унда беҙҙең батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған. Шуға ла ундағы ғәҙеллек өсөн икеләтә яуаплыбыҙ. Ярҙам ҡулы һуҙып, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ.

Марат ВӘЛИЕВ, “ВК-Регион” сауҙа компанияһы етәксеһе:

– Беҙ бындай акцияларҙа даими ҡатнашабыҙ. Әлегә тиклем райондарҙа Яңы йыл байрамдарында балаларға хәйриә сараһы уҙғарыуҙа булышлыҡ иттек, әле Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеүҙе ғәмәлгә ашырабыҙ.

Руслан ОВЧИННИКОВ, “БашРТС” предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы директоры:

– Барлыҡ кешеләр кеүек, беҙҙең дә һуғыштан зыян күргән халыҡҡа ярҙам итеү теләгебеҙ ҙур. Аҡса йыйып, иң кәрәкле әйберҙәр алып, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә тапшырҙыҡ. Киләсәктә лә акцияла ҡатнашырға ниәт.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Республиканан Донбассҡа бишенсе ылау оҙатылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в