Бөтә яңылыҡтар

Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...

Һәләк булған һалдаттың әсәһе Винера Мәүләүи ҡыҙы биш балаһын тәрбиәләп үҫтереүгә, белемле итеүгә бөтә көсөн һалған.

Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...
Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...

Украиналағы махсус операцияла хәрби бурысын үтәгән илебеҙ һаҡсыһының - ефрейтор Винер Иҙрис улы Сәйфуллиндың ғүмере ҡыйылғаны тураһындағы ауыр хәбәр Ҡыйғы районы халҡын ғына түгел, республикалағы һәр кешенең йөрәген һыҡрандырмай ҡалманы. Ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн уны үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлауҙары ла күңелдәргә шатлыҡ өҫтәмәй. Ә шулай ҙа беҙ, тереләр, тыныслыҡ өсөн башын һалғандарҙы әҙгә булһа ла оноторға тейеш түгелбеҙ, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән батыр егеттең яҡташтары изге эш башҡарған.

Ошо көндәрҙә егет белем алған уҡыу йорто янында уға арнап таҡтаташ асылды. Унан беҙгә етди йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы хәрби егет ҡарай. "Хәҙер батырыбыҙ беҙҙе көн дә ҡаршылар... Ул тыныс тормош өсөн көрәште, һәләк булды һәм Герой булды. Винер - үҙ еренең ысын улы. Бөгөн йәш армеецтар уға, тимәк, уның йөҙөндә тыныслыҡҡа, ҡояшҡа һәм яҡтылыҡҡа честь бирә" - ошондай һүҙҙәр менән асылды митинг. Хәтер сараһында ҡатнашыусылар - туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары Винер Сәйфуллин тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ошондай ул үҫтергән әсәгә рәхмәт әйтелде.

Винер - Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләлә иң кеселәре. Әсәләре Винера Мәүләүи ҡыҙы Хатамова - биш балаһын тәрбиәләп үҫтерер, белемле итер өсөн бөтә көсөн, тырышлығын һалған булдыҡлы ҡатын. Винерҙың бала сағы күп ауыл малайҙарыныҡынан бер ниһе менән дә айырылмай: урамда уйнарға ла, уҡырға ла, өйҙә әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә ул. Винерҙы белгәндәр, бәләкәйҙән алсаҡ, изге йәнле, ярҙамсыл, дуҫлыҡ ҡәҙере белә торған кеше булды, тип хәтерләй. Ҡыйғының 2-се урта мәктәбендә туғыҙҙы тамамлаған егеттең характеристикаһында тик ыңғай һүҙҙәр генә яҙылған: тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, район һәм унан ситтә спорт, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашҡан, бейеү түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнгән. Егеттең тырышлығы, әүҙемлеге төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана барған.

Туғыҙынсы кластан һуң Винер уҡыуын Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғылағы филиалында дауам итә. Колледж етәксеһе Таңһылыу Сәхәүетдинова әйтеүенсә, бында ла бар яҡлап уңған уҡыусы була ул: уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, һөнәр үҙләштереү менән бер рәттән спорт менән шөғөлләнеүен, рухи яҡтан үҫешеүен дә туҡтатмай. Күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар егеттең тормошҡа ни тиклем етди ҡарағанлығы тураһында һөйләй.

Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә Винер инде физик һәм рухи яҡтан өлгөрөп еткән, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итә алырҙай егет булып юллана. Тейешле мөҙҙәтен үтеп бөткәс тә, ул контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәттә ҡалырға ҡарар ҡыла...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ махсус хәрби операция ваҡытында һәләк була. "Бик ауыр ҡайғы, туғаныбыҙ батырҙарса һәләк булды. Һөйөклө ул, хәстәрлекле туған ине ул, тормошто яратты, киләсәккә яҡты уй-ниәттәр ҡорҙо. Беҙ тыныслыҡ өсөн башын һалған ҡаһарман ҡустыбыҙ менән ғорурланабыҙ!" тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә туғандары.

Фото: Т. Сәхәүетдинованың сәхифәһе.

Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...
Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...
Ишле ғаиләлә кинйә малай булған...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в