Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостанда “Витязь” диңгеҙ пехотасыларының төбәк йәмәғәт ойошмаһын булдырған Олег Ғәлин социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Башҡортостандың “Витязь-юниор” диңгеҙ пехотаһы республика хәрби-патриотик кадет үҙәгенең Өфө ҡалаһы Октябрь бүлегендәге 130-сы мәктәптең диңгеҙ пехотаһы кадет класына Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Дмитрий Платоновтың исеме бирелде.
Был тәҡдимде Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте һәм Башҡортостандың “Витязь” диңгеҙ пехотасыларының төбәк йәмәғәт ойошмаһы күтәреп сыҡты.
16 майҙа республика үҙ Геройы менән хушлашты. 2000 йылдың 15 июнендә тыуған Дмитрий Олегович Платонов Украиналағы хәрби операция мәлендә хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булды. Уға 22 генә йәш ине.
Дима менән шәхсән таныш булдым. Хәрби-патриотик саралар мәлендә, кадеттарҙың ҡул көрәше буйынса ярыштарында осраша торғайныҡ.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Дима күп кенә эштәр башҡарып өлгөрҙө. 2007 йылдың 1 сентябренән 2016 йылдың 12 июненә тиклем 130-сы урта мәктәптә уҡыны, үҫмер сағынан “Смена” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнде, уны төркөмдөң иң яҡшы ағзаһы тип һананылар. 9-сы кластан һуң Өфө авиация техникумына уҡырға инде, икенсе курста үҙ теләге менән әрме хеҙмәтенә барырға ҡарар итте. Артабан контракт буйынса хеҙмәт итә башлағас, отпускыһында клубҡа килеп, егеттәр менән аралашты.
Хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы өсөн Дмитрий Платонов Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде.
“Витязь-юниор” диңгеҙ пехотаһы республика хәрби-патриотик кадет үҙәге хәрби-диңгеҙ йүнәлешендә эшмәкәрлек итеүгә һәм Дима Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә ҡарамаҫтан, үлемһеҙ батырлығын мәңгеләштереп, 130-сы мәктәптең кадет класы уның исемен йөрөтәсәк. Ул хәҙер “Башҡортостандың “Витязь-юниор” диңгеҙ пехотаһы республика хәрби-патриотик кадет үҙәгенең Өфө ҡалаһы Октябрь бүлегендәге 130-сы мәктәптең Дмитрий Олегович Платонов исемендәге диңгеҙ пехотаһы кадет класы” тип аталасаҡ. Геройға дан!
Кадет класына Герой исемен биреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, - тип яҙҙы Олег Галин.
Фотолар: vk.com/ogalin.oleg