Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби осоусыһы, осоусы-снайпер, полковник, Рәсәй Геройы В.Р. Әлимов Ҡариҙел районына килде.
Ул 1957 йылдың 6 декабрендә Ҡариҙел ауылында тыуған, шунда үҫкән. Яҡташыбыҙҙың исеме Рәсәй, Башҡортостан һәм Ҡариҙел районы тарихының айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде.
Юбилей осрашыуына килгәс, ул райондың Байҡы ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Шәхси әйберҙәре, иҫтәлекле атрибуттар ҡуйылған Герой мөйөшө тап ошонда урынлашҡан. Владимир Ришад улы музейҙы өҫтәмә экспонаттар менән тулыландырырға вәғәҙә итте. Ул бында экспонаттарҙың күп булыуына һоҡланды.
Артабан ҡунаҡтар райондың “Һеләүһен” хәрби-патриотик штабында һәм “Юнармия”ның урындағы бүлексәһендә булды. Уларҙа Владимир Әлимов балаларҙың атыу буйынса ғәмәли уйындарын ҡараны.
Төп сара райондың Мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Унда райондың әүҙем кешеләре, юбилярҙың дуҫтары һәм туғандары йыйылғайны. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев Рәсәй Геройын юбилейы менән ҡотланы һәм уға Шайморатов орденын тапшырҙы.
“Мине белеүҙәрен, ихтирам итеүҙәрен күреп, тәрән тулҡынланыу кисерҙем. Күҙ йәштәремде тыя алмайым. Юбилейымды тыуған яғымда үткәрергә ҡарар итеүемә сикһеҙ шатмын”, – тине Владимир Әлимов.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.