"Салауат ерендә" гәзите хәбәр итеүенсә, Салауат районы Малаяҙ ауылы эшҡыуары Илгизәр Ғиззәтуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Луганск, Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәргә ике миллион һумдан ашыу суммаға 60 тонна эсәр һыу ебәргән.
"Һыу барыһына ла кәрәк: балаларға ла, өлкәндәргә лә. Ә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары һыуға ҡытлыҡ кисерә, улар беҙҙең ярҙамға мохтаж. Беҙ ысын күңелдән ярҙам итәбеҙ!" - тигән Илгизәр Ғиззәтуллин.
Эшҡыуарҙың изге эше хуплауға лайыҡ, уның үҙенә лә уңыштар юлдаш булһын!
Фото: "Салауат ерендә" төркөмөнән.