Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Декабрь 2022, 16:00

Яҡташтарың һинең менән ғорурлана, батыр!

Денис Юнысов батырлығы, ныҡышмалылығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды

Яҡташтарың һинең менән ғорурлана, батыр!
Яҡташтарың һинең менән ғорурлана, батыр!

Башҡортостан егете кесе сержант Денис Юнысов батырлығы, ныҡышмалылығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Яҡташтары уның менән сикһеҙ ғорурланып, социаль селтәрҙә рәхмәт, һоҡланыу һүҙҙәре ҡалдырған. Барыһы ла уның иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.

“Кесе сержант Денис Юнысов  Украина Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән  16 хәрбиҙе  пленға алған”, тип хәбәр итә “Бәйләнештә”ге битендә “Башҡорт батальоны”. Егет мотоуҡсылар взводы составында һуғышҡан һәм махсус хәрби операция зонаһындағы тораҡтарҙың береһен штурмлағанда беренсе булып рубежды алған һәм шунда  бер юлы  Украинаның 16  һуғышсыһын “ҡулға төшөргән”.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, Денис, яҡташтарың һине көтә!

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: