Бөрйән районының "Таң" гәзите төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр өсөн шәхси эшҡыуар Йәлил Ҡасимов ҙур бүләк яһаған - УАЗ (фермер) машинаһы һәм күсмә мунса тапшырған. Ирекмәндәр тағы ла бер мунса әҙерләп йөрөй. Был йәһәттән райондаштарҙан ярҙам талап ителә, тиҙәр.
"Мобилизацияланған егеттәргә икенсе мунсаны эшләп ебәрергә материалдар тулмайыраҡ тора. Әлеге ваҡытта каркасҡа металл булды, мейес эшләп биреүсе бар, "УАЗик"ка рам табылды, тәгәрмәс булды. Стеналарына кубометр ярым 25-30-лыҡ, иҙәненә ярты кубометр ҡоро 50-лек таҡта кәрәк. Дүрт метр оҙонлоҡта. Кипкән таҡта булһа, яҡшыраҡ. Теләгегеҙ һәм таҡтағыҙ булһа, Олег Марс улы Ғәлиевкә яҙығыҙ", - тип белдерә "Таң" гәзите хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй, районда Юлдаш Йомағужин егеттәргә өс литрлыҡ менән ике һауыт бал биргән. Хоҙай Тәғәлә үҙеңә һаулыҡ бирһен, эштәрең уң булһын!
Бына бит, бар ул арабыҙҙа изге күңелле кешеләр!" – тип хәбәр итә ирекмән Гөлнара Хәкимова.
Бөрйән эшҡыуарҙарының һәм ирекмәндәренең изге эштәренә "афарин!" тиергә генә ҡала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Сығанаҡ: "Таң" гәзите.