Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Ғинуар 2023, 08:00

Тегенселәр кәрәк!

"Хәҙер беҙгә яралылар өсөн пижамалар тегергә кәрәк. Госпиталгә эләккән хәрбиҙәргә операциянан һуң уңайлы кейем булыуы шарт..."

Тегенселәр кәрәк!
Тегенселәр кәрәк!

“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” тип аталған тегеү цехы бөгөн рекламаға мохтажлыҡ кисермәй. Һәр кем бында хәрбиҙәр өсөн бик кәрәкле әйберҙәр тегелеүен яҡшы белә. Йоҡо тоҡтары, эске йылы кейемдәр, балаклава һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙан тыш, окоптарҙа ҡулланыу өсөн шәмдәр ҙә эшләйҙәр.

Ҡасан барһаң да, бында эш ҡайнай: кемдер туҡыма киҫә, кемдер кейем тегә, кемдер парафин иретә... “Эште октябрь айында башланыҡ, – ти ошо эштәрҙең башында торған Зифа Хәмиҙуллина. – Идея Эльвира ҡыҙымдыҡы. Ул үҙ аҡсаһына материалдар һатып алып, өйҙә 200 балаклава текте. Аҙаҡ был эшкә битараф булмаған кешеләр ҡушылды”.

Егеттәрҙең йоҡо тоҡтарына, термокейемгә һәм йылы әйберҙәргә мохтажлыҡ кисереүен белеп, Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү эшкә тотона, уларға бина бүленә, халыҡтан йыйылған аҡсаға материалдар һатып алына. Өйҙә бала тәрбиәләп ултырған  оҫта ҡуллы ҡатындар, пенсионерҙар Өфөнән беселгән өлгөләр алып, 66  толстовка тегә. Аҙаҡ үҙҙәре материалдар һатып алып, цехта бесеп, кейем тегә башлайҙар. Материал ҡалдыҡтарынан балаклавалар тегелә. Оҫталарҙың береһе Гөлнара Синәғолова уңған булыуы өҫтөнә бик ныҡыш, һүҙендә тора һәм башлаған эшен ахырынаса  еткерә белгән ханым, көн һайын тиерлек Ҡуғанаҡбаш ауылынан машинаһына ултырып килеп етә. Әсәһенә улы менән килгән декрет ялындағы Марина Васильева ла яҡташтарына ярҙам итешә. Һәр эшкә лә маһир тегенсе Алена Хәлилованы әхирәттәре маҡтап бөтә алмай.

– Фәрит Хәмиҙуллин ағайға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Гөлнара Синәғолова. –  Ул - беҙҙең уң ҡулыбыҙ, шәм эшләгәндә консерва банкаларын рәтләп бирә, теген машиналарын ремонтлай...

 Зифа Ғәбит ҡыҙы ярҙам ҡулы һуҙған һәр кешегә, спонсорҙарға ҙур рәхмәт белдерә. “Ҡайһы берәүҙәр әйберҙәрҙе йорттарында текте, туҡымалар килтерҙе. Хәҙер беҙгә яралылар өсөн пижамалар тегергә кәрәк. Госпиталгә эләккән хәрбиҙәргә операциянан һуң яңы уңайлы кейем булыуы шарт. Әммә беҙгә тегенселәр етешмәй, шуға күрә был эштә күнекмәләре булған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ”, - ти ул.  

 Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ изгелекле эште үҙ-ара хәбәрләшеп, кәңәшләшеп, шып-шым ғына эшләүен дауам итә, тип яҙа "Стәрлебаш шишмәләре" гәзите. Ысын илһөйәрлек бит был! Фронт һәм тыл бергә булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

 

 Р. Йәғәфәров һәм Р. Мусина фотолары.

Тегенселәр кәрәк!
Тегенселәр кәрәк!
Тегенселәр кәрәк!
Тегенселәр кәрәк!
Тегенселәр кәрәк!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: