Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән "Умырзая" ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн маскировкалау селтәре үреүҙә, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа, йылы ойоҡбаштар бәйләүҙә әүҙем ҡатнаша. Әле уңған ҡатын-ҡыҙҙар йырлай-йырлай һалдаттарға сәк-сәк бешерә.
Ансамблдең етәксеһе Нурия Рафиҡова белдереүенсә, уларҙың күңел йылыһы һалып бешерелгән сәк-сәктәре яугирҙәргә тыуған яҡ сәләме булып барып етһен! Тиҙерәк һәр яугир тыуған яҡтарына имен-ҙау әйләнеп ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын!
Видео һәм фото: Иҫке Сибай мәҙәниәт йорто.