Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Февраль 2023, 20:00

“Илама һин, әсәй, илама!..”

Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған уҡытыусы егет әсәһенә арнап йыр-сәләм ебәргән. 

“Илама һин, әсәй, илама!..”
“Илама һин, әсәй, илама!..”

Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған уҡытыусы егет әсәһенә арнап йыр-сәләм ебәргән.

“Беләм, әсәй, ауыр һиңә

Көтөүҙәре ҡайтыуымды.

Һәр көн һайын хаттар яҙам

Һорашып һинең хәлдәреңде.

Илама һин, әсәй, илама,

Минең өсөн бушҡа ҡайғырма.

Йыраҡтарҙан ҡайтып үбермен,

Тик илама, әсәй, илама!” –

тип йырлаған яугир егеттең моң-зары күп әсәләрҙең күңел ҡылдарын тирбәтер, моғайын.

Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ил именлеге һағына баҫҡан ир-егеттәр тыуған төйәктәренә – ғаиләләре, атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары, туғандары янына әйләнеп ҡайтһын, тигән изге теләктә булайыҡ!

Фото: newsgomel.by

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: