Шаран районы Йомаҙыбаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары “Һалдаттар өсөн һалма” халыҡ акцияһына ҡушылды. Берҙәм тырышлыҡ менән махсус хәрби операция үткәреү зонаһына хәрбиҙәргә оҙатыу өсөн һалма ҡырҡтылар. Ауылдың изге күңелле һәм ярҙамсыл хужабикәләре мәҙәниәт йортона йыйылып ҡулдарының йылыһын, күңелен, хәстәрлеген һәм һөйөүен һалып башҡарҙы был эште.
Өй йылыһын һәм тәмле аш-һыуҙы һағынған яугирҙәребеҙ өсөн уларҙы әсәләре, туғандары, ауыл халҡы әҙерләгән күстәнәс булыр.
Юлда һалма боҙолмай, ә хәрби шарттарҙа ул яҡшы ярҙам буласаҡ, яугирҙәребеҙгә көс һәм дәрт өҫтәйәсәк.
Акцияны ойоштороусылар ауыл ирекмәндәре Дания Динислам ҡыҙы Шәрифуллина, Лия Октябревна Фәхретдинова ошо изге хеҙмәттә – һалдаттарға күстәнәстәр әҙерләүгә ҡушылған бөтә хужабикәләргә рәхмәтле. Хәҙер ауыл халҡының күпселеге, һис ҡасан булмағанса, яугирҙәргә үҙҙәренең ниндәй көслө һәм ышаныслы тылын, уларҙы яратыуҙарын һәм көтөүҙәрен белдереүҙәрен теләп берләште.
Берҙәм булғанда ғына бөтә һынауҙарҙы ла үтә алырбыҙ, тип ышанабыҙ!
Һалдаттар үҙҙәрен бында яңғыҙ түгел, өйҙәрендә ярҙам итәләр, үҙҙәрендә ышаныслы тыл бар тип иҫәпләйҙәр.
Акцияның иң әүҙем ҡатнашыусыһы Зәйтүнә Ғәбдрәкиповаға 74 йәш, педагогик хеҙмәт ветераны Альбина Мәснәүи ҡыҙына 65 йәш, Римма апай, Һамар апай һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: "Ҙур рәхмәт!!!"
Сығанаҡ: vk.com/public201278269