Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәргә ризыҡ әҙерләү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Уңған хужабикәләр ҡоро аш әҙерләп мобилизацияланған һалдаттарға ебәрә башлаған.
Был ризыҡтың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, утҡа 10-15 минутҡа ҡуйыу ҙа етә. Уларҙың тәме ябай аштан бер нимәһе менән дә айырылмай. Ул бик ҡулай, сөнки егеттәрҙең әҙерләргә ваҡыты ла, мөмкинлектәре лә булмаҫҡа мөмкин.
- Ҡырымда ҡоро аш әҙерләгәндәрен күрҙем дә, нишләп беҙгә эшләп ҡарамаҫҡа, тип уйланым. Өйҙә киптергес бар, уны ҡулланып шундай ризыҡ әҙерләргә булдым. Һәр ҡатта йәшелсәнең айырым бер төрөн киптерҙем: сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, һуған, ит. Артабан барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойҙом. Борщ матур, сағыу килеп сыҡты, — ти Резида ханым.
Яйлап башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа изге эшкә ҡушыла. Беренсе партия — 100 пакет аш — 21 ғинуарҙа ебәрелгән. Әле аш төрҙәре киңәйтелә: борсаҡлы, тауыҡ һурпаһы менән, туҡмаслы аш һәм борщ. Йәшелсә киптереү 8-10 сәғәт, ит 5 сәғәт ваҡытты ала.
— Беҙҙә ҡорамалдар етешмәй, шуға күрә киптергестәрҙе, комбайндарҙы ҡыуанып ҡабул итәбеҙ. Фронтта төрлө дин кешеләре булыуын иҫәпкә алабыҙ, шуға күрә ашты тауыҡ ите менән генә әҙерләйбеҙ, — ти Елена Черниковская.
Бына бит уңған ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәр өсөн нимә генә эшләмәй: һалмаһын да ҡырҡа, сәк-сәк, бауырһағын да бешерә, әле килеп ҡоро ашын әҙерләй. Афарин, ҡатын-ҡыҙҙар!
Фото һәм сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмө.