Әбйәлил районының Буранғол ауылы халҡы, аҡса йыйып, махсус хәрби операциялар ҡатнашҡан яҡташтар өсөн махсус жилеттар һатып алған. Был күп кеҫәле һәм беркетмәле тактик күкрәксәләр хәрби хеҙмәттә кәрәкле ваҡ-төйәкте йөрөтөү өсөн ҡулланыла. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы юлда боҙолмай торған ризыҡтар ҙа әҙерләгән.
Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы ла гуманитар ярҙам әҙерләүҙе ойошторған. Был хаҡта "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Буранғол мәктәбе уҡытыусыһы Нурия Мөхитдинова яҙҙы.
"Аллаһ бирһә, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын. Ир-егеттәргә ҡыуанып-шатланып тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!" - тине ул.
Сығанаҡ: vk.com/id221217384