Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 12:40

“Афған күпкә өйрәтте”

“Афған күпкә өйрәтте”
“Афған күпкә өйрәтте”

Йыл да февралдә илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 34 йыл тула. 10 йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә, 343 яҡташыбыҙ Афғанстандан әйләнеп ҡайтмай. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. 

Афған һуғышы яугирҙәренә йәмғиәтебеҙҙә һәр саҡ оло хөрмәт менән ҡарайҙар, сөнки һәр кем уларҙың ауыр хәрби бурысын үтәп, ниндәй ут эсе­нән ҡайтҡанын яҡшы аңлай. Дүртөйлө райо­нының Миңеште ауылында йәшәгән яугир-интернационалист Зөфәр Шәриповты ла ауылдаштары хөрмәт итә, төрлө сараларға, мәктәптә, мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыуҙарға йыш саҡыралар.

Зөфәр Фәни улы 1979 йылдың апрелендә хәрби хеҙмәткә алынған. Тәүҙә Венгрияла туғыҙ ай йәйәүле ғәскәрҙәрҙә пулеметсы булып хеҙмәт итә. 1980 йылдың башында уны хеҙмәттәштәре менән Афғанстандағы Газни провинцияһына ебәрәләр.

– Башта разведка ротаһы бара, улар ҡайтҡас, беҙ бер-ике аҙнаға хәрби операцияға сығып китәбеҙ. Ҡайтып ял итеп, әҙерләнеп алабыҙ ҙа тағы ла алғы һыҙыҡҡа юллана инек, – тип иҫләй ул.

191-се уҡсылар полкында хеҙмәт итеп, 1981 йылдың майында әрменән ҡайтҡан яугир “Рәхмәтле Афған халҡынан”, “Яугир-интернационалист” һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградланған. Маҡтау грамоталары бар, тик хәрби сер тип, унда ҡайҙа хеҙмәт итеүен яҙмағандар икән.

– Яуҙа иптәштәрҙе юғалтырға тура килде, шул иҫәптән яҡташтарҙы ла. Ауыр мәлдәр булып торҙо. Мәҫәлән, 9 майҙа дозор бүлексәгә эләктем: унда пулеметсы, элемтәсе, снайпер, санитар инс­труктор, йәғни алты кеше инде. Тауҙың яртыһына менеп еткәс, өҫтән дә, аҫтан да ут яуҙыра башланылар. Санитар инструктор яраланды. Шул көн айырыуса иҫтә ҡалған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәттәштәрҙе лә күп юғалтырға тура килде. Афған күпкә өйрәтте: аслыҡҡа ла, сыҙамлыҡҡа ла, тормоштоң ҡәҙерен белеп ҡайттыҡ. Тәүҙә ҡола яланға барып төштөк, тирә-яҡта тау, бер нәмә лә юҡ. Шунан палаткалар ҡороп, төпләнеп киттек, аҙаҡ төҙөлөштәр башланды. Йыл тирәһе палаткала йәшәнек. Уның тирәһен һаҡланыу өсөн окоптар менән ураттыҡ. Тыуған илгә килеп төшкәс, бындағы рәхәтлекте аңланыҡ. Тыуған ер тыуған ер инде, уны бер нимә лә алмаштыра алмай, – ти яугир-ветеран.

Зөфәр Фәни улы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, колхозда 20 йыл водитель булып эшләй. 1984 йылда ауылдашы Вәриә менән ғаилә ҡора, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.  Заманалар үҙгәреп киткәс, Себергә сығып китә һәм Когалымда – туғыҙ, Ямалда  туғыҙ йыл эшләп, әле биш йыл хаҡлы ялда.

Улдары аталарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Яҡшы хеҙмәт итеп, ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндәр. Әле икеһе лә Себерҙә эшләй, ҡыҙҙары ла тормошта үҙ урынын тапҡан.

– Афған яугирҙәренә иғтибар бар. Госпиталдә һаулығыбыҙҙы даими нығытып торабыҙ. Ауылда йәшәгәс, артыҡ бер нимә лә талап итмәнем, ер алып, йорт һалдым. Хәрби дуҫтарыбыҙ, Афған ветерандары менән аралашабыҙ. Ауырғазы районында снайпер дуҫым бар ине, 40 йыл үткәс, хәрби комиссариат аша эҙләп табып осраштыҡ. Беҙ уның менән бер көндә, бер йылда тыуғанбыҙ. Тик бер генә осрашып өлгөрҙөк, ауырыуҙан ҡапыл вафат булды, тип хәбәр иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең аралар ҙа һирәгәйә, күптәр һуғышта алған тән һәм йән йәрәхәттәренән тәүге йылдарҙа уҡ вафат булды. Илһөйәрлек сараларына саҡыралар, былтыр автоуҙышта ҡатнаштым, – ти ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: