Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Февраль 2023, 10:00

Баймаҡтан ылау китте

Кисә Баймаҡ халҡы йыйған сираттағы гуманитар ярҙам алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға оҙатылды

Баймаҡтан ылау китте
Баймаҡтан ылау китте

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә" ге сәхифәһенә яҙҙы.

"Бөгөн иртән Баймаҡтан алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам юлланды. Йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре - бөтә райондан кәрәкле әйберҙәр килтерҙеләр. Яугирҙәргә техник хеҙмәтләндереү үткән һәм кәрәкле махсус ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған "ГАЗель" һәм "УАЗ" автомобилдәре оҙатылды. Яуаплы миссияны үтәүҙе дауам итербеҙ. Был беҙҙең көсөбөҙҙән килә.

Районыбыҙҙың һәм ҡалабыҙҙың битараф булмаған барлыҡ кешеләренә оло рәхмәт. Яныбыҙҙа һәр ваҡыт ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер яҡташтарыбыҙҙың барлығын тойоу бик ҡыуаныслы!"-тигән ул.

Сираттағы ылау яугирҙәргә имен-һау барып етһен, район халҡы ебәргән автомобилдәрҙең ярҙамы тейһен!

Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡтан ылау китте
Баймаҡтан ылау китте
Баймаҡтан ылау китте
Баймаҡтан ылау китте
Баймаҡтан ылау китте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: