Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операциялағыларға ярҙам иткән республика халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
“Беҙҙең махсус хәрби операциялағы егеттәргә бөгөн тотош республика ярҙам итә. Кемдер – аҙыҡ-түлек менән, икенселәр автомобилдәр һатып ала, өсөнсөләре – фронт һыҙығында кәрәк булған әйберҙәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләй.
Яңауылда Эльмира Мөхәмәтшина ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә инде ярты йыл буйына шапка, билдек, эске кейемдәр, йоҡо тоҡтары, шеврондар, снудтар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегә.
Йәрмәкәй районы халҡы берләшеп, “Һалдаттарға өй һалмаһы” акцияһын ойошторған. 45 килограмм әҙерләгәндәр. Ошо уҡ райондан Кондратьевтар ғаиләһе өс һарыҡ биреп, унан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары 150 банка ит быҡтырған. Бал һәм башҡа өйҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек йыялар.
“Сервис-мастер” компанияһының “Башнефтегеофизика” бүлендек предприятиеһына айырым рәхмәт. Үҙ иҫәбенә граждандар автомобилдәрен махсус хәрби операцияға әҙерләй. Әле миномет расчеты өсөн "Урал" бортын йыялар. Бында шулай уҡ буржуйка мейестәре әҙерләйҙәр.
Был бер нисә миҫал ғына. Башҡортостанда улар күп. Һәр ауылда йәки ҡалала еңеү өсөн беҙҙең менән бергә барыһын да эшләргә тырышҡан хәстәрлекле кешеләр бар.
Барығыҙға ла рәхмәт!”
Фото: vk.com