Ватан һаҡсылары көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә уҙғарылған “Хәрби хәрәкәт ветерандары берләшмәһенең иң яҡшы ойоштороусыһы” конкурсында Әбйәлил районынан Рүзил Низаметдинов ҡатнаша.
Ул 2019 йылдан Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районындағы бүлексәһенә етәкселек итә. Ойошма 100-гә яҡын ир-егетте берләштерә.
Рүзил Миңлерәсүл улы Низаметдинов сығышы менән Әбйәлил районынан. Асҡар ауылында уҡый. 1998 йылда армияға алына. Сроклы хеҙмәтте тултырғас, 2000 йылда контракт төҙөп, Төньяҡ Кавказға хеҙмәт итергә юллана. Әлеге ваҡытта тыуған ерендә ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Мәҙәни-ял үҙәгендә водитель булып эшләй.
– Беҙҙең ойошма район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Башланғыстарыбыҙ һәр саҡ Әбйәлил район хакимиәте, хәрби комиссариат, ДОСААФ яғынан хуплау таба, шуға эшебеҙ туҡтамай. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә барып, яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк тапшырып ҡайттыҡ, – тине Рүзил Миңлерәсүл улы.
Йәмәғәт ойошмаһы үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен таҙартыу һәм сәскә һалыу, хәрби бурысын үтәгәндә алған яралар һөҙөмтәһендә инвалид булғандарға ярҙам итеү, өмәләрҙә һәм төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Яуҙы үткән, унда иптәштәрен юғалтҡан яугир-ветерандар тормош ҡәҙерен белә, шуға ла тик яҡшы эҙ ҡалдырырға тырыша.
Әйткәндәй, бөгөн уларһыҙ сараларҙы күҙ алдына килтереп тә булмай, сөнки хәрби кейемдәге ир-егеттәр, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренә тартып, йәмләп тора, йәштәргә өлгө.
Фото: Рүзил Низаметдиновтың ғаилә архивынан.