Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Февраль 2023, 13:00

Ҡаһармандар көнөндә – Геройға гөлләмәләр

Бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.

Ҡаһармандар көнөндә – Геройға гөлләмәләр
Ҡаһармандар көнөндә – Геройға гөлләмәләр

Сәскә һалынғас, республика етәксеһе һәйкәл ансамбле алдында баҫып торҙо – тантанала ҡатнашыусылар өсөн майҙанда бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Артабан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Гөлләмәләрҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм Баш федераль инспектор Михаил Касьянов һалды. Улар артынса - республиканың министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, хәрбиҙәр, ветерандар.

– Бөгөнгө сара ҙур һәм иҫтәлекле ваҡиға булып тора, беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ, улар – беҙҙең геройҙар! – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Баталова.

Сәскә һалыу тантанаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙән вәкилдәр ҙә бар ине.

– Мин махсус хәрби операцияла ҡатнашырға октябрҙә барғайным, ауыр яраландым һәм күптән түгел дауаланып сыҡтым, – ти “Сәйет” ҡушаматлы яугир. – Үҙем Өфөлә тыуып үҫтем һәм уҡыным. Бик матур байрам бөгөн. Әле махсус хәрби операцияла булған яуҙаштарыма, Шайморатов һәм Доставалов батальондарына ныҡлы һаулыҡ, дошманды ныҡ туҡмауҙарын теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәл ансамбленә ошондай байрам һәм иҫтәлекле көндәрҙә гөлләмәләр һалыу матур йолаға әүерелеп бара һәм был традицияның үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә ярҙам итәсәге бәхәсһеҙ.

Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙҙы:

“Бөгөн генерал Шайморатовтың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирының, Рәсәй Геройының һәләк булыуына – 80 йыл. Уның исемен беҙҙең ирекле батальондарҙың береһе йөрөтә. Уларҙың девизы – “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй” – әле лә яҡташтарыбыҙҙы Еңеүгә әйҙәй. Геройға һәм беҙҙең барлыҡ яугирҙәргә мәңгелек дан!”

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: