Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Март 2023, 16:30

"Баймаҡтан килгән бүләкте һынап ҡараным"

Хәмзә хәҙрәт Хафизов махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелгән Баймаҡ районының мунсаһын маҡтаған.

"Баймаҡтан килгән бүләкте һынап ҡараным"
"Баймаҡтан килгән бүләкте һынап ҡараным"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районы халҡы махсус операция биләмәһендә булған яҡташтарына "тәгәрмәсле мунса"лар эшләп ебәргән ине. Хәмзә хәҙрәт унда рәхәтләнеп сабынып сыҡҡан һәм үҙенең рәхмәттәрен еткергән.

"Баймаҡтар ебәргән мунсала рәхәтләнеп сабынып сыҡтым. Яугирҙәребеҙ ҙә мунса төшкән һайын йылы һүҙҙәрен еткерә. Ҙур рәхмәт Баймаҡ халҡына!" - тип "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

Һүҙгә маһир Рәсимә Сираева-Насирова бик матур шиғырын да яҙып ҡуйған:

"Үзбәк чапандары кейеп
Мунсаға барам әле.
Баймаҡтан килгән бүләкте
Һынап ҡарайым әле.
Ирәндектең ҡайынынан
Бәйләнгән миндегем юҡ.
Миндекһеҙ ҙә инермен,
Быуында ултырырмын,
Тик рәхмәттәр уҡырмын,
Ҡайтҡас,яйлап һөйләрмен,
Сәләмдәр еткерермен!"- тигән ул.

Иң мөһиме: яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ҡайын миндектәре менән өйҙәге мунсала сабынырға яҙһын!

Фото: Хәмзә Хафизовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

"Баймаҡтан килгән бүләкте һынап ҡараным"
"Баймаҡтан килгән бүләкте һынап ҡараным"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: