Ир-егеттәребеҙ ете тау артында Ватаныбыҙҙы һаҡлағанда ла күңел түрендә тыуған йортон, ғаиләһен, әсәләрен, ҡатындарын һәм балаларын йөрөтә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Хәмзә хәҙрәт Донбасс еренән үҙе һәм яҡташ яугирҙәр исеменән йыр һәм ҡотлау һүҙҙәре ебәргән.
– Ҡәҙерле-ҡатын ҡыҙҙар, барығыҙҙы ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәм. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек бирһен. Ҡөрьәндә “ҡатындарығыҙға бүләк бирегеҙ” тиелә. Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ир-атҡа, ошондай бойороҡ биргән икән, һис шикһеҙ, үтәргә тейешбеҙ. Әле башҡарған йыр һеҙгә, хөрмәтле нәфис заттар, алыҫ Донбасс еренән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә минән һәм ошондағы бөтә яугирҙәрҙән бүләк, – тип видеояҙма аша мөрәжәғәт итте Хәмзә хәҙрәт.
Шулай уҡ ул барлыҡ гүзәл заттарға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, өйҙә йылылыҡ булыуын һәм ирҙәрҙең, балаларҙың, атайҙарҙың тыуған еренә ҡайтып, бергәләп оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә насип итеүен теләй.
Фото: видеонан скриншот.
Видеояҙма ватсаптан алынды.