Әлшәй район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн умартасы ғаиләһе бер тоннанан ашыу сәскә балы оҙатыуы хаҡында яҙған.
Әлшәй районының Чехов исемендәге санаторийҙан Осиповтар ғаиләһе башҡорт яугирҙәренә тоннанан ашыу бал ебәргән. Бар халыҡ та һалдаттарға ярҙам итә һәм хәрбиҙәр беҙҙең терәк-таянысты тойорға, уларҙы көтөүебеҙҙе белергә тейеш, тип иҫәпләй ғаилә башлығы Станислав Осипов.
«Станислав Осиповтың ҙур булмаған умарталығы бар. Әйткәндәй, был ғаилә яугирҙәргә тәүге тапҡыр ярҙам ебәрмәй. Ноябрҙә Станислав ҡатыны Виолетта, ҡыҙы Русалина һәм улы Дауыт менән гуманитар ярҙам йыйыу буйынса махсус үҙәккә бер тоннанан ашыу бал тапшырҙы. Беҙҙең яугирҙәр шылтыратып рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе», — тип яҙған район башлығы Дамир Мостафин үҙенең сәхифәһендә.
Бына бит арабыҙҙа ниндәй изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр бар!
Фото: "Башинформ"