Бөгөн, 15 мартта, Борай районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған рядовой Илнур Имаевтың ғаиләһе менән осрашты.
Яугирҙең атаһы Фирҙәүес Сәлих улы, әсәһе Гөлфинә Ғәфүр ҡыҙы, ҡатыны Ләйсән Рәүил ҡыҙы һәм хәрбиҙең ҡыҙҙары Линиза һәм Аделина менән аралашыу барышында Радий Хәбиров уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм республика геройҙың ғаиләһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген әйтте.
- Һеҙҙең улығыҙ, ирегеҙ һәм атайығыҙ, шулай уҡ хәрби бурысын намыҫ менән үтәп һәләк булған барлыҡ егеттәр хаҡында яҡты хәтер һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Борай районы хакимиәтенә Илнурҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән саралар күрергә ҡушам. Муниципалитеттың һәр ваҡыт ғаилә менән бәйләнештә булыуы, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүе бик мөһим.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru