Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыуаныслы ваҡиға менән башланы. Ул үҙенең указы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы: комендант батальонының хәрби-сәйәси эш буйынса икенсе комендант ротаһы командиры урынбаҫары Марат Зөлҡәрнәевты һәм ғәскәри часть полкы командиры урынбаҫары Айҙар Исмәғилевты билдәләне. Марат Зөлҡәрнәев – Салауат Юлаев ордены һәм Айҙар Исмәғилев генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
– Хеҙмәтегеҙ өсөн һәм беҙҙең егеттәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Иң мөһиме, алғы һыҙыҡта ла изге эш башҡараһығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Марат Зөлҡәрнәев Радий Фәрит улына ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.
“Ҡәҙерле яҡташтар, ярҙам өсөн рәхмәт. Беҙ эшебеҙҙе башарып, Еңеү менән ҡайтырбыҙ”, – тине ул.
Айҙар Исмәғилев тә командование һәм үҙенең исеменән республика етәкселегенә һәм гуманитар ылау йыйыуҙа ярҙам иткән барлыҡ Башҡортостан халҡына рәхмәтен әйтте һәм еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә бирҙе.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, әлеге ваҡытта республикаға махсус хәрби операцияһынан ялға яугирҙәр ҡайтырға әҙерләнә. Апрель башында ҙур төркөм ҡайта, бер нисә йөҙ кеше. Етәксе уларҙы ҡаршы алыу, автобустар ойоштороу һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә ҡушты. Уларҙы район сигендә муниципалитет башлыҡтары ҡаршы алырға тейеш.
Фото: "Башинформ".