Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
31 Март 2023, 23:10

Абхазия яугирҙәрен иҫкә алдылар

Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания Сухумила Дан мемориалына сәскәләр һалды.

Абхазия яугирҙәрен иҫкә алдылар
Абхазия яугирҙәрен иҫкә алдылар

31 мартта Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандан рәсми делегация менән Абхазияға килде.

Абхазия Президенты Аслан Бжания менән делегация ағзалары Сухумила Дан мемориалына сәскәләр һалды. Ул 1992-1993 йылдарҙағы Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған. Был ваҡиғанан һуң Абхазия бойондороҡһоҙлоҡ алған.  

Радий Хәбиров, Аслан Бжания һәм Башҡортостан делегацияһы ағзалары Абхазия Геройҙары Солтан Сосналиев һәм Сергей Дбарҙы ла хәтергә алды. Был яугирҙәр 1992-1993 йылдарҙа Грузия - Абхазия конфликтында ҡатнаша, Абхазияны бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ формалаштыруға ҙур өлөш индергән. Уларҙың бюстары Дан мемориалы эргәһенә ҡуйылған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: