Була бит шундай изге күңелле кешеләр! Ривал Юлмөхәмәтов Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан бер төркөм махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә ебәреү өсөн баҡсаһына картуф ултыртҡан. Был хаҡта райондың "Таң" гәзите хәбәр итә.
-Күмәкләп башҡарған эш ырамлы ла, тиҙ ҙә булды. Көҙ көнө картуф мул булып, ҙур уңыш менән ҡыуандырһын. Ерҙе эшкәртеүсе Владикка, орлоҡ биреүсе Таңһылыу, Вәсихә апайҙарға, техника менән ярҙам итеүсе Илшат ағайға, сәсеү эшендә ихлас ҡатнашҡан Эльвира, Миләүшә, Миңзәлә, Фирүзә апайҙарға, Салауат, Айрат, Ишбирҙе, Рәхимйән ағайҙарға, Искәндәр, Алмаз, Динислам, Шайморат, Рәфҡәт ҡустыларға ҙур рәхмәт! – тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә.
Афарин, Ривал ағай!
Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзите