Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Июнь 2023, 10:55

Салауат ҡыҙы яуға китте

Айһылыу Йәғәфәрова махсус хәрби операцияға юлланған.

Салауат ҡыҙы яуға китте
Салауат ҡыҙы яуға китте

"Салауат ерендә" гәзите хәбәр итеүенсә, Салауат районынан ҡыйыу ҡыҙ - Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендәге йәш шәфҡәт туташы Айһылыу Йәғәфәрова махсус хәрби операцияға юлланған.

"Яҡташыбыҙ үҙ теләге менән башҡорт медицина батальонына яҙылған. Айһылыу әлегә кейәүҙә түгел. Яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙе ул үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Ғорурланабыҙ һинең менән, Айһылыу! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ!Яралыларҙы ҡотҡар һәм үҙеңде һаҡла!" - тип яҙалар.

Әйткәндәй, ҡыйыу ҡыҙ бик матур шиғырҙар ҙа яҙа, уның яҙғандары даими рәүештә "Салауат ерендә" гәзитендә баҫылып сыға.

Фото: "Салауат ерендә".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: