

Башҡортостандан “Барс” доброволецтар отрядында хеҙмәт иткән Рәмил Хөснөтдинов һуғыштарҙа һәм махсус хәрби зонала күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән. Был хаҡта “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә.
Әлеге ваҡытта яугир өйҙә ял итә, һуғышта етди яраланғандан һуң демобилизацияланған.Махсус хәрби операция зонаһына ул доброволең булып киткән, сапер булып хеҙмәт иткән, Николаев эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Яугиргә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Фото:”Башҡорт батальоны” телеграм-каналы.