Миәкәгә юл төшкәндә улы махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән әсә – Әлфиә Сафина менән күрештек. Махсус хәрби операцияға ирекле рәүештә юлланған “Албанец” позывнойлы егет был ҡарарын әсәһенә аныҡ аңлата. “Ҡайҙа нығыраҡ кәрәкмен, мин - шунда”, - ти ул ныҡлы итеп.
Былтыр махсус хәрби операцияға киткән һалдат - ысын мәғәнәһендә әсәһенең ғорурлығы. Был ваҡыт эсендә ул Шайморатов ордены, йәнә өс миҙал менән бүләкләнеп өлгөргән.
– Үҙенең алдына маҡсат ҡуйһа, уға өлгәшмәй ҡалмай. Бәләкәйҙән ярҙамсыл булды, хайуандарҙы яратты. Шаян, һөйкөмлө малай булып үҫте. Эштән дә ҡурҡып торманы, техника тирәһендә булышырға яратты, – улы тураһында һөйләгәндә күҙҙәрендә бәхет осҡондары сәселеп китә Әлфиә ханымдың.
Балалыҡ, үҫмер осоро тиҙ генә үтә лә китә. “Албанец” үҙенең тиҫтерҙәре һымаҡ мәктәптән һуң һөнәр ала, программист булырға уҡый, армияға юллана. Ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, контракт буйынса мичман булып хеҙмәт итә.
Үҙ теләге менән ирекле рәүештә махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарары ла ныҡлы була егеттең. Был турала ул әсәһенә иң һуңынан белдерә. "Әсәй, беҙҙең олатайҙар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында илен һаҡлаған. Ҡайҙа нығыраҡ кәрәкмен, мин шунда булырға тейеш”, тип аңлатты үҙенең ниәтен. Ҡаршы килмәнем, сөнки уйынан ҡайтмаҫын белә инем", – тип һөйләне әсә кеше.
Яугирҙе әсәһе генә түгел, ҡатыны, ике ҡыҙы ла өҙөлөп көтә. Яҡындарын һөйөндөрөп бер тапҡыр ялға ҡайтып киткән.
– Йәйен ялға ҡайтты. Шул тиклем һағынғайным. Улымды ҡосаҡлап алдым да, йәштәремде тыя алмай бик оҙаҡ иланым. Баламды күреүҙән шатлыҡ йәштәре ине ул. Уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем. Барлыҡ әсәйҙәргә лә балаларын һөйөнөп ҡаршы алырға яҙһын. Тыуған яҡтарына ҡайтып, ғаиләләре менән бәхетле йәшәргә, балаларын үҙҙәренә үҫтерергә насип булһын, - тине Әлфиә Ғатаулла ҡыҙы.
Улдарын көткән әсәйҙәрҙең үҙҙәренә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Әлфиә ханымға ла йәштән яңғыҙына өс балаһын - ике улын һәм бер ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Улдарым армияла саҡта уҡ икеһенә лә хеҙмәт иткән ерҙәренән Рәхмәт хаты ебәрҙеләр”, – был һүҙҙәрҙә лә улдары өсөн ғорурлыҡ тойола.
Улы махсус хәрби операцияла йөрөгән әсәне ауылдаштары ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
–Ауыл хакимиәтенә, старостаға, социаль хеҙмәткәргә рәхмәтемде белдерәм. Ғөмүмән, ауылдаштар, күршеләр барыһы ла ярҙам итергә тора, – тине ул.
36 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, матур хеҙмәт юлы ла үткән Әлфиә Ғатаулла ҡыҙына киләсәктә балаларының бәхетле мәлдәрен генә күреп йәшәргә яҙһын.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүсе ир-егеттәр ҙә аҙ түгел. Был һорау менән ҡыҙыҡһыныусылар хәрби хеҙмәткә урынлашыу мәсьәләләре буйынса түбәндәге адресҡа мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156. Элемтә өсөн телефондар: 8(347) 218 19 19, 8(347) 248 29 31.
Фото авторҙыҡы һәм шәхси альбомдан.