Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Ноябрь , 16:00

Батыр үлһә лә, даны мәңгелек

Бер кем дә батыр булып тыумай, әммә ғүмерен Тыуған иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған илһөйәрҙәр батырлыҡ ҡыла

Батыр үлһә лә, даны мәңгелек
Батыр үлһә лә, даны мәңгелек

Махсус хәрби операция шауҡымы ҡағылмаған ғаиләләр ҙә ҡалманы тиерлек. Ир-егеттәребеҙ еңеү хаҡына үҙҙәрен аямай һуғыша, ғүмерҙәрен бирә. Республикабыҙҙан тәүгеләрҙән булып яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.

Батырҙар үлһә лә, дандары мәңгелек. Республикабыҙҙа ла уларҙы иҫкә алып торалар, яугирҙәрҙең туғандарын да онотмайҙар. Октябрҙә Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Әнүәр улы Илһамовтың “Ватан һаҡсыһы атаһы” миҙалы менән бүләкләнеүе ошо хаҡта һөйләй.

Беҙгә Айсар Әнүәр улы менән аралашыу насип итте.

– Был миҙалды беҙгә йәмәғәт эше өсөн биргәндәрҙер, тип уйлайым. Был награда көтөлмәгән булды, сараға килгәндә белмәй инем. Үҙебеҙ гуманитар конвойҙы оҙатып, алғы һыҙыҡҡа алып барабыҙ. Посылкаларҙы егеттәргә алып барып тапшырабыҙ. Унан тыш башҡа йөктәрҙе лә оҙатып йөрөйбөҙ, даими командировкаларға сығабыҙ. “Тотум” һаҡ хеҙмәтендә тиҙ яуап биреү төркөмөндә баш белгесмен.

Тамерлан улыбыҙ ошолай һәләк булыр тип ышанып та етмәнек. Батальон командиры шылтыратҡанда рулдә китеп бара инем. “Ансар Әнүәр улы, туҡтай алаһығыҙмы?” – тип әйтте. Мин туҡтағас, Тамерлан һәләк булыуы тураһында хәбәр итте. Мин аңламай ҙа ҡалдым. Был кисерештәрҙе һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай... Егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, һуғыш тиҙерәк бөтһөн.

Алғы һыҙыҡта эшләгән егеттәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар унда бөтә нәмәгә лә мохтажлыҡ кисерә. Беҙҙең төп бурыс – уларға ярҙам итеү. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ҡайғыла яңғыҙымды ҡалдырманы, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды эшенә йәлеп итте. Минең һымаҡтар, беҙҙең һымаҡтар күп. Беҙ бер-беребеҙҙе беләбеҙ, аралашабыҙ, эште бергә алып барабыҙ, – тип һөйләне Айсар Илһамов.      

БЕЛЕШМӘ

Тамерлан Айсар Улы Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге урындағы мәктәптә уҡый. Армиянан һуң 2014 йылда контрактҡа ҡул ҡуя һәм Сүриәлә һәм Тажикстанда зенит ракета ҡоролмаһының хәрби расчеты командиры булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украинаның көнсығышында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

2022 йылдың июлендә һауанан обороналау буйынса дежурҙа булғанда алыш башлана. Тамерлан Илһамовтың оҫта эшмәкәрлеге, шул уҡ ваҡытта ут аҫтында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттар менән дөрөҫ етәкселек итеү һөҙөмтәһендә дошмандың туғыҙ ракетаһы юҡ ителә. Хәрби комплектты тотоноп бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә. Был мәлдә ике ракета уларға тейә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, әммә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, бөтә подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Геройҙың Алтын Йондоҙон әсәһенә тапшырҙы.

Тамерлан Илһамов уҡыған Әбйәлил районының Асҡар ауылы гимназияһы фасадына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Тамерлан Айсар улы 2004-2009 йылдарҙа уҡыған Ҡусҡар мәктәбендә Рәсәй Геройы иҫтәлегенә таҡтаташ асылған һәм Герой партаһын булдырылған. Шулай уҡ Герой тураһында Сафиулла Ғайсиндың "Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡы" исемле китабы донъя күргән. 

Бер кем дә батыр булып тыумай, әммә ғүмерен Тыуған иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған илһөйәрҙәр батырлыҡ ҡыла. 

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: