Асҡын районының Шулған ауыл Советы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына даими рәүештә ярҙам күрһәтә, тип яҙа “Татышлинские вести”. Был юлы ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары уларға тәмле күстәнәс әҙерләмәксе булған. Был хаҡта ауыл Советы башлығы Ынйы Бәҙертдинова социаль селтәрҙәге битендә бына нимә яҙған:
“Ошо көндәрҙә ауылдаштарыбыҙ хәрбиҙәргә күстәнәс әҙерләү менән мәшғүл булды. Әҙер аҙыҡты контейнерҙарға тултырабыҙ, аҙаҡ гуманитар ярҙам менән бергә оҙатабыҙ. Ғәрибаш ҡатын-ҡыҙҙары ла был мөһим эштә ярҙам итә. Бөтә ауылдаштар менән ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Һәр аҙыҡ-түлекте иң йылы теләктәр, доғалар уҡып әҙерләйбеҙ. Яңыраҡ оҫта хужабикәләр туҡмас ҡырҡып әҙерләне, сәк-сәк бешерҙе. Атайсалдарынан килгән күстәнәстәр батырҙарыбыҙҙың күңелен йылытһын! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!”
Фото: https://tatvestnik-t.ru/news/novosti/2024-11-11/kazhdyy-gostinets-prigotovlen-s-dushoy-4003703