Яҙмышын хәрби хеҙмәткә арнаған яҡташыбыҙ тураһында гәзит биттәрендә яҙылғайны. “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған лейтенант Запорожье өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо көндәрҙә яугир менән интернет аша аралаштыҡ.
– Илшат, яу барған урындарҙа мөғжизәгә тиң күренештәр булғылай, тиҙәр. Ә һеҙ ырымдарға ышанаһығыҙмы?
– Әҙәм балаһын бәлә-ҡазанан ике фәрештә һаҡлай, ти торғайны өләсәйем. Яраланырҙан бер сәғәт алда ниңәлер апам биргән билдекте, әйберҙәрем араһынан сығарып, ағасҡа элеп ҡуйҙым, ә һуңынан таба алманым. Шунан, үҙем дә аңламайынса, быға тиклем бер тапҡыр ҙа кеймәгән ҡаты табанлы аяҡ кейемемде кейеп сығып киттем. Тап шул аяҡ кейемендә булғанға ла табандарым имен ҡалды.
– Яраланыуығыҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине...
– Былтыр ноябрь аҙағында машинала китеп барғанда танкығы ҡаршы минаға эләктек. Барыбыҙ ҙа имен ҡалдыҡ, яраланыусылар булды. Мине вертолет менән Севастополгә алып киттеләр. Ятам, ҡыбырлап та булмай, әммә беренсе тапҡыр вертолетта осоуыма ҡыуанам (көлә).
Яҡташтар араһында, Илшат Мәҡсүтов госпиталгә эләккән, тигән һүҙ таралып киткән. "Башҡортостан" гәзите журналисы Таңсулпан Байтимерова Ҡырымдағы ирекмән Сәриә Ғиниәтуллина менән бәйләнешкә сыҡҡан. Сәриә инәй шул көндө үк шылтырып хәлемде белеште. Мин Ялтаға күсерелгәс, ул һәм тағы бер нисә башҡорт апайы күстәнәстәр менән килеп тә етте. Бишбармаҡ, төрлө тәмлекәстәр, хатта ауыл ҡаймағына тиклем бар ине. Палаталағы күршеләр башҡорттарҙың ихласлығын күрҙе. Инәйҙәр көн һайын тиерлек килеп, ҡыуандырып торҙо. Рәхәтләнеп туған телдә һөйләштек.
– Ирекмәндәр эше тураһында фекерегеҙҙе ишетке килә.
– Атайым ылау менән килер булһа, әсәйем мин яратҡан тәмлекәстәрҙе күп итеп бешереп һала. Атайҙың юлға сығыуын белеп, ауылдаштар, ауыл хәкимиәте, туғандар күстәнәс ебәрә. Ирекмәндәрҙең һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ! Улар ваҡытын йәлләмәй, һалдаттарҙы үҙ улдарылай күрә.
Быйыл маскировкалау селтәрҙәре бик кәрәк булды. Миңә Баймаҡ районының Ғүмәр һәм Билал ауылдары ағинәйҙәре селтәр үреп ебәрҙе. Уларға, ҡайтҡас ҡурай тартып бейетермен, тип вәғәҙәләгәйнем. Яңыраҡ ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанымда инәйҙәремде бейетеп күңел астыҡ.
Тағы ла "Башҡортостан" гәзите редакцияһына рәхмәт. Яраланыуымды ишетеп, улар миңә ортопедик корсет бүләк итте.
– Тыуған яҡтан ситтә йөрөгән һалдат нимә тураһында уйлана?
– Барыһының да уйында – тыуған яҡтарға имен-аман ҡайтыу, артабан матур итеп йәшәү. Көн дә, һәр минут был турала уйланабыҙ. Был көн бәлки иртәгә етер, тигән өмөт һәр һалдат йөрәгендә йәшәй. Кәләш алам, күп итеп бала үҫтерәм, тип хыяллана инем. Башҡортостаныма ҡайтып, тамыр йәймәйенсә, был хыялым әлегә тормошҡа ашмай инде.
Тиҙ генә һыуыҡтар үтһен, ҡойо булмаһын, сысҡандар йөрөмәһен, барыһы ла һәйбәт булһын. Шундай уйҙар.
(Яугир менән әңгәмәне тулыһынса "Башҡортостан – Йома" гәзитенең алдағы һанында уҡығыҙ).
Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Фото: Илшат Мәҡсүтовтың шәхси альбомынан.