Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Ғинуар , 14:00

Ул Ирәндек бөркөтөләй ҡыйыу

Йәш кенә был яугирҙең иң тәүҙә позывнойы иғтибарҙы йәлеп итте – “Стич”. Был һүҙҙе бер ҙә ишеткәнем булмағас, ҡыҙыҡһынып, “Нимәне аңлата?” – тип һораным. Баҡтиһәң, йәнһүрәт геройы икән. 

Ул Ирәндек бөркөтөләй ҡыйыу
Ул Ирәндек бөркөтөләй ҡыйыу

Йәш кенә был яугирҙең иң тәүҙә позывнойы иғтибарҙы йәлеп итте – “Стич”. Был һүҙҙе бер ҙә ишеткәнем булмағас, ҡыҙыҡһынып, “Нимәне аңлата?” – тип һораным. Баҡтиһәң, йәнһүрәт геройы икән.

“Стич”ҡа – 28 йәш. Ул - Баймаҡ районынан. 2015 – 2017 йылдарҙа Ленинград өлкәһендә контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған. Артабан нефть сәнәғәте тармағында быраулаусы булып эшләй. Колледж, артабан юғары уҡыу йортон тамамлаған.  

– Ысынын әйтәм: бында аҡсаға ҡыҙығып килмәнем. Элекке хеҙмәт урынымда эш хаҡым 200 – 220 мең һумға етә ине. Яҡташтар, дуҫтар араһынан арыу уҡ кеше хәрби контракт төҙөп, ил һағына баҫты. Үкенескә ҡаршы, һәләк булған таныштар ҙа бар. Шундай мәлдә ситтә ҡала алманым һәм дуҫ егетем менән һөйләшеп, ҡулға ҡорал алырға ҡарар иттек, – тип һөйләне ул.

Беҙ барғанда “Стич” иптәштәре менән хәрби әҙерлек үтә ине. Ул үҙ эсенә тактик уҡыуҙарҙы, атыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм башҡаларҙы берләштерә.

– Полигондағы беренсе көндә үк инструкторҙар ысынбарлыҡҡа яҡын шарттарҙа эш итергә өйрәтә башланы. Йүгертәләр, хәрби әҙерлек күнекмәләре үткәрәләр. Мәктәп йылдарында спорт менән дуҫ булырға тырыштым, йүгереү менән шөғөлләндем, – ти ул.

“Стич” иптәше менән баштан уҡ “Башҡортостан” полкына эләгергә теләүе тураһында ла әйтте. Бында таныштары ла етерлек. Улар ҙа егеттәрҙе үҙ кеше итеп ҡабул иткән, “Бер нимәнән дә ҡурҡмағыҙ, баҙап ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ”, тип изге теләктәрен еткереп тора.

– Махсус хәрби операция биләмәһенә яңыраҡ аяҡ баҫһаҡ та, алдан үҙебеҙҙе мораль йәһәттән әҙерләнек, бында беҙҙе нимә көтөрөн күҙ алдына килтерә инек, – ти “Стич”. – Был ҡарарҙы ныҡлы уйлап ҡабул иттем, үкенмәйем.

Ҡарашында ла, үҙен тотошонда ла ҡыйыулыҡ, ғәййәрлек ярылып ятҡан Баймаҡ егете менән мотлаҡ тыуған яҡтарҙа имен-һау осрашырға яҙһын тигән изге теләктә хушлаштыҡ.

Авторы - В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: