Архангел районы үҙәгендәге “Йәйғор” үҫмерҙәр-йәштәр клубы белгестәре һәм китапханасылар хәрби медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығына бағышланған сара уҙғарҙы. Улар А. В. Мухачев исемендәге 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыларына Архангел үҙәк район дауаханаһы табип-стоматологы Ришат Базанов менән осрашыу ойошторҙо.
Ришат Зәйнетдин улы – махсус хәрби операция биләмәһендәге ялан госпиталдәрендә эшләп ҡайтҡан табип. Ул уҡыусыларға МХО-ла күргән-кисергәндәрен бәйән итте, яугиребеҙҙең иң ауыр ваҡыттарҙа ла бирешмәүен, ихтыяр көсөн юғалтмауын, һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреүен ғорурлыҡ менән һөйләне.
“Һеҙ ҙә илегеҙҙе, атай-әсәйегеҙҙе яратығыҙ, – тине ул. – Ватанға һөйөү ғаиләлә башлана. Тәүге тормош һабаҡтары күңелгә тәрән уйылып, ғүмер буйы юл күрһәтеп бара”.
Ришат Зәйнетдин улы уҡыусыларға хәрби медицина тарихы, уның бөгөнгө үҫеше хаҡында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе. Йәш быуын әлеге махсус хәрби операция шарттарында табиптарҙың ни ҡәҙәр кәрәклегенә, оло әһәмиәтенә тағы ла нығыраҡ төшөндө.
Фотолар: Архангел районы хакимиәте төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan