Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Март , 00:20

Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды

Улар – хәтер һәм мәрхәмәт билдәһе.

Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды

Республикабыҙҙың Архангел районында һәләк булған махсус хәрби операция яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү эшенә ҙур иғтибар бүленә.

Мәҫәлән, күптән түгел район үҙәгенең А.В. Мухачев исемендәге 2-се мәктәбендә үҙҙәренең сығарылыш уҡыусылары – Геннадий Юрьевич Ҡоҙашев менән Сергей Викторович Антипиндың иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Сарала мәрхүм яугирҙәрҙең яҡындары, уҡытыусылары яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, йәш быуынды үткәндәребеҙҙе ихтирам итергә, бөгөнгөбөҙгә битараф булмаҫҡа, киләсәгебеҙҙе хәстәрләргә әйҙәне.

Райондың Баҡалды ауылында ла МХО яугирҙәре – Айҙар Шамил улы Сирғәжин, Илдар Рамаҙан улы Хөсәйенов һәм Айнур Шамил улы Юлбарыҫов иҫтәлегенә “Герой парталары” асылды. Ҡаһарман егеттәрҙең исеме туған мәктәптәренең, тыуған яғының тарихы биттәренә мәңгелеккә уйылып яҙылды.

Билдәле булыуынса, “Герой партаһы” уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә булдырыла. Ошо рәүешле йәш быуын күңеленә белемгә, гражданлыҡ яуаплылығына ынтылыш һалына. “Герой партаһы” – хәтер һәм мәрхәмәт билдәһе.

Фотолар: Архангел районы хакимиәте төркөмөнән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Архангелдә биш “Герой партаһы” асылды
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас