

“Башҡортостан Геройҙары” программаһының йәмәғәт советы ағзаһы һәм “Геройҙар ваҡыты” федераль кадрҙар программаһында ҡатнашҡан Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан Хөкүмәтенең Ветерандарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамен етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов Айҙар Шәйәхмәтовты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында таныштырҙы.
Айҙар Шәйәхмәтов күптән түгел фронттан ҡайтҡан. Алғы һыҙыҡта ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың хәрби-сәйәси эштәр буйынса рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән. Позывнойы “Шаман” булған.
Фото: vk.com/geroi_bashkortostana.