Геройҙар дәүере
17 Апреля , 08:00

Урал аръяғында яугирҙәрҙең ата-әсәләре осрашты

Күптән түгел Баймаҡ районында, был тарафтан тыш, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр һәм Әбйәлил, Сибай яҡтарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәһе йыйылған.

Урал аръяғында яугирҙәрҙең ата-әсәләре осраштыУрал аръяғында яугирҙәрҙең ата-әсәләре осрашты
Урал аръяғында яугирҙәрҙең ата-әсәләре осрашты

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы үҙ сәхифәһендә йылы осрашыу тураһында яҙып сыҡты. Һуңғы ике йылда «СВОя семейная гостиная» тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрелә, шул арала ғына ла ул тиҫтә меңдән ашыу кешене берләштергән. Һуңғы сараларҙың береһе Баймаҡ районында булып, унда был тарафтан тыш Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр һәм Әбйәлил, Сибай яҡтарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәһе йыйылған.

– Был проектыбыҙ Ватанды яҡлаусыларыбыҙҙың ғаиләләре менән күңел йылыһын бүлешеү, хәҙер иғтибарға һәм хәстәрлеккә айырыуса мохтаж булғандарҙы берләштереү маҡсатында булдырылды. Бындай осрашыуҙар күптән республикала яҡшы йолаға әүерелде, – ти “Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Филиал етәксеһе әүҙем йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған ата-әсәләргә «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Башҡортостан бүлексәһенең «Ватанды һаҡлаусының атаһы» һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» йәмәғәт миҙалдарын тапшырған.

Осрашыуҙа шулай уҡ Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, шәхси хәрби компанияның элекке яугире Рамаҙан Ҡунысбаевҡа хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы тапшырылған.

– Фондҡа таныҡлыҡ алыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт. Социаль координатор минең менән һәр ваҡыт хәбәрләшеп тора. Ауырлыҡ булманы, бөтә этаптарҙа ла ярҙам иттеләр, – ти яугир-ветеран.

Осрашыуҙа ярҙам саралары буйынса ла һөйләшеү булған. Шундай ярҙам төрөнөң береһе – үҙ эшен асырға йәки үҙ хужалығын үҫтерергә мөмкинлек биргән социаль контракт.

Мәғлүмәт, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас