

Башҡортостанда "Эш оҫтанан ҡурҡа" проекты ғәмәлгә ашырыла. БР Башлығы гранты фонды булышлығында ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә.
Миәкә районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһендәге өс яугирҙең ғаиләһенә ярҙам иткән. Улар ярҙамында урам, баҡса янындағы бейек үлән сабылған, йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелгән.
Шулай уҡ бер ғаиләлә япма аҫтына каркас һалыу буйынса эштәр башҡарылған: фундамент һалған терәк НКТ-торбалар ҡуйылған, металл мөйөштәр иретеп йәбештерелгән һәм артабан ҡыйыҡ ябыу өсөн бурсалар монтажланған.
"Яугирҙәребеҙ Ватан һағында торғанда, беҙ уларҙың ғаиләләрен хәстәрләйбеҙ", - ти Миәкә районы ирекмәндәре.
Бындай ярҙам яугир ғаиләләре өсөн бик мөһим, ирекмәндәр командаһына хеҙмәттәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт!
Фото һәм сығанаҡ: "Дело мастера боится" төркөмөнән.