

«Геройҙар ваҡыты» президент кадрҙар проектының тәүге ике ағымында ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 85 йыллығына арналған мемориаль сараларҙа ҡатнашты. Улар «Һуғыштың утлы картиналары» һәм «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияларына ҡушылды.
Саралар Ватанды һаҡлаусылар быуындарының күсәгилешлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.
Рәсәй Геройы Эдуард Ҡазимов тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Хәтер шәме» һәм «Һуғыштың утлы картиналары» акциялары тарихи хәтерҙе һаҡларға, еңеүселәр быуынына хөрмәт һәм рәхмәт белдерергә ярҙам итә», - тип билдәләне Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.
Өс Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Владимир Михайловский «Ә иртәгә һуғыш ине...» акцияһында ҡатнашты. Ул ветерандарҙың һәм хәҙерге хәрбиҙәрҙең батырлыҡтары араһындағы бәйләнеште иҫкә төшөрҙө, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың еңеүенә ышанысын белдерҙе.
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/vremyageroev2024