

Баймаҡ районының Ишбирҙе һәм Бөрйән-Йылға ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр өсөн миндек әҙерләгән. Бер юлы улар Миндек байрамы ла үткәргән. Сараны ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындағы ҡоролтай менән берлектә ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләп ойошторған. Бөтәһе 165 миндек әҙерләнгән, 200-гә тултырғас, яугирҙәргә оҙатыласаҡ, ти ишбирҙеләр.
Еңел булмаған осорҙа бер булып, бер маҡсат менән эшләүегеҙ берҙәмлек билгеһе һәм яугирҙәргә оло ярҙам булып тора.
Сығанаҡ һәм фото: Ишбирҙе ауыл биләмәһе.