Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Март 2023, 20:00

Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт

Миәкәләр изге айҙа изге эштәр ҡыла - яугирҙәргә ярҙам итеүҙән туҡтамайҙар.

Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт

Миәкә районының Боғҙан ауылы ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүҙән туҡтағаны юҡ. Яңыраҡ ҡына банкаларҙа борщ эшләп  йәшниктәргә тултырып оҙатһалар, әле һалма, туҡмас киҫеп әҙерләгәндәр.

Был юлы  ҙур эште башҡарыу өсөн уңған апайҙар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Зөлхизә Әмированың йортона йыйылған. Шулай уҡ үҙҙәренең өйҙәрендә һалма эшләүселәр ҙә булған. Барлығы биш йәшник туҡмас, һалма әҙерләнгән.

- Изге Рамаҙан айында был эште айырыуса ҙур кинәнес менән башҡарҙыҡ. Ошо беҙ әҙерләгән ризыҡтар аша, егеттәр тыуған йорт йылыһын тойһон, ризыҡтарына яҙһын, балаларыбыҙ иҫән-имен генә тыуған яҡтарына ҡайтһын тип теләнек, - тине Зөлхизә Әмирова.

Изге айҙа теләнгән теләктәр ҡабул булмай ҡалмаҫ. Илгә һынау килгән осорҙа таяныс була белгән ил инәйҙәренең үҙҙәренә лә рәхмәт.

Фото: Зөлхизә Әмирова архивынан.

Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Таяныс булған ил инәйҙәренә рәхмәт
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: