«Сәләм» телеканалының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева телевидение ресурстарын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Муниципаль телестудияларҙан «Сәләм»- дең партнер-коллегалары был теманы үҫтерергә ярҙам итте. Шулай уҡ Салауат һәм Ишембай ҡалаларынан киң мәғлүмәт саралары редакциялары етәкселәре «Атайсал» проекты буйынса башҡарылған эштәре менән уртаҡлашты. «Октябрь юлы» гәзитенең баш мөхәррире Елена Мазиева Мәләүез баҫмалары нигеҙендә журналист ирекмәнлеге практикаһы хаҡында һөйләне. Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса тейешле резолюция ҡабул ителде.