Бөтә яңылыҡтар

Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!

Хәҙер алда ҙур эштәр тора, имен генә тотонорға яҙһын, ти милли кейемдәр тегеү оҫтаһы Рәғиҙә Әхмәтшина.

Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!

Баймаҡ районының Төркмән ауылында йәшәүсе башҡорт милли кейемдәре тегеүсе оҫтабикә Рәғиҙә Әхмәтшина ҡул эше менән үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, башҡа теләүселәрҙе лә өйрәтә. Баймаҡ районының оҫтабикәләре йыйылып “Ихлас” исемле ойошма төҙөп ала.

Ауыл хакимиәте "Ихлас" клубы өсөн бина бүлгән, ә үҙенең эш сәфәре менән йөрөгән ваҡытта Төркмәнгә килгән республика Башлығы Радий Хәбиров теген машиналары менән ярҙам итергә вәғәҙә биргәйне.

Төркмәндәр социаль селтәрҙә ҡыуаныстары менән уртаҡлашты. Уларҙа хәҙер теген машинкалары бар.

- Беҙҙең ауыл клубында ҙур ғына ремонт бара. Икенсе ҡаттан “Ихлас” төркөмөнә бүлмә бирәбеҙ, тинеләр. Бүлмәле булһаҡ, ҙур эштәр башларға торабыҙ. Күрше ауылдарҙың бөтәһен дә йәлеп итеп халыҡ ижады үҙәге һымаҡ ойошма төҙөргә уй бар. Һигеҙ теген машинкаһы, икәүһе бәләкәй. Бәләкәй ҡыҙҙарға ла өйрәтергә уй бар. Хәҙер алда ҙур эштәр тора, имен генә тотонорға яҙһын! – тип уй-ниәттәре менән бүлеште оҫтабикә.

Фотолар: vk.com/id470913866

Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Вәғәҙәләнгән теген машинкалары килде!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: