Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Декабрь 2023, 07:00

Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән

Ишембай ҡалаһында йәшәгән Азат Арыҫланов “Атайсал” проектына ярашлы бик изге эш башҡарған. 

Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән
Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты – “Атайсал” республика проекты сиктәрендә яҡташтар ярҙамы менән Стәрлебаш районындағы тағы бер балалар баҡсаһы яңы йыһаздар менән тәьмин ителгән.

Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Ишембай ҡалаһында йәшәгән Азат Арыҫланов “Атайсал” республика проекты сиктәрендә ярҙам иткән. Ул мебель етештереү менән шөғөлләнә һәм тыуған еренә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Күптән түгел Азат Закир улы Стәрлебаш районының Әмир балалар баҡсаһына яңы мебель бүләк иткән булһа, ошо көндәрҙә райондың Түбәнге Аллағыуат балалар баҡсаһын яңы йыһаздар менән тәьмин итте. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн матур һәм уңайлы шкафтар, өҫтәлдәр булған мөхиттә шөғөлләнеү оло ҡыуаныс.

– Яҡташыбыҙ Азат Закир улына тыуған еренә ярҙамы, айырыуса балаларыбыҙға шундай ҙур шатлыҡ бүләк иткәне өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, – тине Рөстәм Рахманғолов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rakhmangulov_rk/4237

Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән
Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән
Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән
Эшҡыуар балалар баҡсаһына йыһаздар бүләк иткән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: