Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Декабрь 2023, 20:45

Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды

22 декабрҙә Туймазы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төмәнәк ауылының социаль инфраструктура объекттары - яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәктәп эше менән танышты.

Төбәк етәксеһе яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев аңлатма биреүенсә, 1990 йылда төҙөлгән бинаға “Атайсал” республика проекты ҡатнашыусылары – урындағы эшҡыуарҙар, “РиаПласт” компанияһы етәкселәре, аталы-уллы Марат һәм Ринат Шәйҙуллиндар - ремонт яһаған. Яңыртылған ФАП беренсел ярҙам күрһәтеүҙең барлыҡ стандарттарына яуап бирә. Бинаның ҡыйығын алмаштырғандар, тышҡа яҡтан стенаһын көпләгәндәр, кабинеттар булдырғандар, сантехниканы яңыртҡандар, йылы иҙән түшәгәндәр, тышҡы биләмәһен уңайлы иткәндәр, кәрәкле ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырғандар, стационар бәйләнеш һәм интернет үткәргәндәр.

ФАП-ҡа Зөлфирә Ғибаҙуллина етәкселек итә. Ул ауылда туғыҙ йылдан ашыу эшләй, быйыл тағы бер белгес алғандар. Улар 1110 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 260-ы - балалар. Ауылдан үҙҙәре сыға алмаған льготалы категорияға ҡараған ауылдаштарын кәрәкле дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр менән дә улар тәьмин итә.

Башҡортостан Башлығы, йәш белгестәрҙең ауылға эшкә ҡайтыуын күреү шатлыҡлы, тине һәм ФАП-ты аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән изге күңелле эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Төмәнәк ауылындағы 360 урынлыҡ урта белем биреү мәктәбендә лә булды. 2022 йылда Бөтә Рәсәй ”Мәктәп киңлегендә иң яҡшы һанлы практикалар” конкурсында Төмәнәк мәктәбе “Илдең иң яҡшы һанлы мәктәптәре” номинацияһында еңеп, Рәсәй һанлы мәктәптәре араһында топ-6 иҫәбенә ингән. Уҡыу йорто директоры Илдар Хаматов хәбәр итеүенсә, был бина 1967 йылда төҙөлгән. 2009-2010 йылдарҙа мәктәпкә капиталь ремонт үткәргәндәр һәм 288 кв.м майҙанлы спорт залы ҡушып төҙөгәндәр. Быйыл мәктәптә 140 бала уҡый, шулар иҫәбендә Дарвин, Покровка, Тәрән-Йылға һәм Казнаковка ауылдарынан йөрөп белем алалар. Радий Хәбиров мәктәптең спорт залында булды. Бөгөн унда уҡыусылар араһында көрәш турниры үткән, унда Туймазы районынан 60 көрәшсе ҡатнашҡан. Был турала мәктәп тренеры Руслан Миңнуллин һөйләне. Артабан төбәк етәксеһе технология, информатика, физика кабинеттарын ҡараны. 2023 йылдың 1 сентябренән мәктәптә “Шайморатовсы” кластары булдырылған. Уҡыусылар патриотик сараларҙа, олимпиадаларҙа, “Юғары ос!” ирекмәндәр отряды башланғыстарында әүҙем ҡатнаша.

Мәктәптә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты.

Сығанаҡ һәм текст: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173259.html

Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Радий Хәбиров Төмәнәк мәктәбендә һәм ФАП-та булды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: