Мәләүездәрҙе “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшлекле, рухлы етәксеһе менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй.
Бик тыйнаҡ кеше ул Илдус Хәлитов. Башҡарған эштәре тураһында яр һалып ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй. Ауыл биләмәһен төҙөкләндереүе айырым иғтибарға лайыҡ: урамдарға асфальт түшәлгән – ҡала көнләшерлек, ун миллион һумға төшкән Корнеевка ауылындағы “Гөлниса “ мәсете һәм уның янындағы мәҙрәсәлә төрлө дини байрамдар үткәрелә, өлкәндәр һәм балалар ғилем ала, хужалыҡ һатып алған йәшел шыршылар дин йорто ишек алдын биҙәй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл биләмәһенә яҡтыртҡыстар ҡуйылған, тыуған яғы Стәрлебаш районында ла яуҙа башын һалған ҡаһармандар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыуҙа булышлыҡ иткән. Ике йыл эсендә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ебәреү өсөн хужалыҡтан 2 миллион 500 мең һум күләмдә аҡса бүленгән: яугирҙәргә тепловизор, квадракоптер, бинокль һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып ебәрелгән.
Хаҡлы ялдағыларҙы ла онотмай, ярҙам ҡулы һуҙа - 23 февраль һәм 8 март байрамдарында бүләк өләшә. Бөйөк Еңеү көнөнә тыл ветерандарына - аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, Халыҡ-ара өлкәндәр көнөнә, Яңы йыл байрамына хаҡлы ялдағыларға аҡсалата ярҙам иткән. Корнеевка, Нордовка урта мәктәбе уҡыу алдынғыларына премиялар булдырһынмы, планшет таратһынмы, балалар баҡсаһына, матбуғатҡа яҙылыу осоронда ярҙам итһенме - үрҙә телгә алынған миҫалдар Илдус Тимерхан улының ҡылған сауаплы ғәмәлдәренең бер өлөшө генә. Тыуған төйәккә, унда йәшәгән кешеләргә ярҙам, шәфҡәтлелек, киң күңеллелек, йомартлыҡ төшөнсәһен алған “Атайсал” проектына ярашлы, “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе барыһына матур өлгө күрһәтә.