Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Ноябрь 2022, 15:05

Өфөлә Ғаилә ҡорона йыйылалар

14 – 17 декабрҙә Өфөлә уҙғарыласаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында Бөтә Рәсәй ғаилә ҡоро ла үткәреләсәк.

Өфөлә Ғаилә ҡорона йыйылалар
Өфөлә Ғаилә ҡорона йыйылалар

14 – 17 декабрҙә Өфөлә уҙғарыласаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында Бөтә Рәсәй ғаилә ҡоро ла үткәреләсәк.

“Дуҫ илдәр баҙарҙарындағы ғаилә эшҡыуарлығы: тышҡы баҙарға нисек сығырға һәм уңышҡа өлгәшергә” исемле пленар ултырыш Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең иң яҡшы ғаилә компанияларын йыясаҡ. Был сараны ойоштороусы – Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, ойоштороу эшендә федераль эксперттар ҙа ҡатнаша.

Ғаилә ҡорҙары үткәреү төбәктәге ғаилә эшҡыуарлығында заманса эшлеклелек мәҙәниәте булдырыуға, фекерҙәштәр туплауға ярҙам итә.

“Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының  74 проценты ғаилә компаниялары булып тора. Улар кәсепселек кимәлен күптән уҙған инде. Нигеҙҙә улар – ҙур сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары. Улар ғаиләнең барлыҡ ағзаларының тырышлығы менән ауыр шарттарҙа ла алға бара”, – ти Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: