Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
6 Декабрь 2022, 20:00

Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ

Бөрйән районында ҡаһарман яугир хөрмәтенә таҡтаташ асылды.

Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ

Бөрйән районының Килдеғол ауылында Батырлыҡ ордены кавалеры, ефрейтор Сынбулат Рафиҡ улы Билалов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Ул Украинала махсус хәрби операция ваҡытында дежурҙа һәләк булған. Таҡтаташ батыр уҡыған мәктәп бинаһының фасадына ҡуйылды.

Ауыл халҡы, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, хакимиәт вәкилдәре һәм ветеран ойошмалары уның иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ата-әсәһенә хөрмәт белдереү өсөн йыйылды.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов сығышында Сынбулаттың ата-әсәһенә ысын илһөйәр тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Сынбулат беҙҙең өсөн һәр ваҡыт батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, Ватанға фиҙакәр тоғролоҡ өлгөһө буласаҡ. Уның батырлығын һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ. Был хаҡта йәш быуын да белергә тейеш, – тине Ғәзиз Миңләхмәт улы.

Сарала ҡатнашыусылар мәрхүмдең ата-әсәһенә теләктәшлек, рәхмәт һәм ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, уны хөрмәтләп иҫкә алды, хәтирәләре менән уртаҡлашты, сәскәләр һалды.

Фото: Бөрйән районы хакимиәтенең социаль төркөмдәге сәхифәһе.

Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Сынбулаттың батырлығы онотолмаҫ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: