Туймазы үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Исхаҡов мәктәптә уҡығанда уҡ табип булырға ҡарар итә. Хатта өлкән кластарҙа район дауаханаһында санитар булып та эшләп йөрөй.
Ә бына университетты тамамлағас, табип-хирург булып эшкә ҡайта. 23 йыл хеҙмәт дәүерендә йөҙәрләгән операция эшләй.
Коронавирус инфекцияһы пандемияһы башланыу менән ковид-госпиталь мөдире вазифаһын ҡабул итеп ала һәм ауырыуҙарға табип-реаниматолог булараҡ ярҙам итә.
Пандемия шарттарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Илдар Исхаҡов кеүек аҡ халатлылар менән Башҡортостан ғорурлана.
Фото: скриншот.