Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
8 Декабрь 2022, 08:00

Яралы иптәшен ҡотҡарған

Башҡортостан егете тәүге көндәрҙән үк батыр һәм ҡыйыу сифаттарын күрһәтеп өлгөргән.

Яралы иптәшен ҡотҡарған
Яралы иптәшен ҡотҡарған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйеновты кем белмәй?! Ысынлап та, Башҡортостан егете тәүге көндәрҙән үк батыр һәм ҡыйыу сифаттарын күрһәтеп өлгөргән.

Ул “Барс-17” батальоны составында бер үҙе БТР-ҙағы ете кешегә ҡаршы махсус заданиеға юлланған. Һалдат ике дошманды юҡ иткән, ҡалғандарын ҡасырға мәжбүр иткән, улай ғына ла түгел, бер кешене әсирлеккә алған һәм дошмандың БТР-ында үҙ ғәскәренә ҡайтып еткән.

Дошман ут яуҙырғанда ул батальон базаһында хеҙмәттәштәре менән бергә булған. Фәнис Хөсәйенов контузия алған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, емереклектәр араһындан яралы иптәшен тыныс урынға алып сыҡҡан һәм уны хәрби госпиталгә оҙатҡан. Бынан тыш, икенсе юлы Фәнис ҡулға төшөргән БТР-ҙа ут эсенән яралы командирын алып сыҡҡан.

Башҡортостан – Геройҙар заманы!

Фото: скриншот.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: