Кашшаф Сәмиғуллин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ауыр йәшәүҙәре сәбәпле уҡый алмаған. Етмәһә, бәләкәй сағында уҡ ата-әсәһен юғалтҡан.
Үҫмерҙең уҡырға теләге көслө була – уҡытыусы булырға хыяллана. 17 йәше тулғас, гражданлыҡ хәле акттарын теркәү буйынса Йәрмәкәй район бюроһы мөдире булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ ФЗО-ла белем ала. Унан Иҫке Турай урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй.
1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана, әммә йәше тулмағас, армияға алмайҙар. Егет, метрикаһына бер йәш өҫтәп яҙҙыртып, Ватанды һаҡларға китә.
1942 йылдың 15 майында Калинин фронтында Ржев эргәһенә пулемет расчеты командиры итеп ебәрәләр. Унда ул 20-се армия сафында һуғыша. Августа Кашшаф Сәмиғуллиндың отряды беренселәрҙән булып һыу аша сыға һәм десант полкының башҡа бүлексәләренә кисеүҙе үтеүгә ярҙамлаша. Был ҡаты бәрелештә яралана һәм контузия ала.
Кашшаф Сәмиғуллин оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана, уға икенсе төркөм инвалидлыҡ бирәләр. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла яуға ебәреүҙәрен һорай. Һөҙөмтәлә уға Эске эштәр халыҡ комиссариатына йүнәлтмә бирәләр. Фронтовик унда бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләй, етди енәйәттәрҙе тикшереүҙә ҡатнаша – сит ил разведкаһының агенттарын эҙәрлекләй, егерменән ашыу ҡурҡыныс енәйәтсене табыуға өлгәшә, шул иҫәптән Ватанға хыянат иткәндәрҙе.
Дәүләт именлек хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләп, полковник дәрәжәһенә тиклем үрләп, 1985 йылда пенсияға сыға. Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай – 20 йылдан ашыу Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының ветерандар ойошмаһы Советында яуаплы секретарь була. Бынан тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, илһөйәрлек сараларында сығыш яһай. Йәштәрҙе илебеҙҙең данлы тарихы менән таныштыра, үҫеп килгән быуын күңелендә Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Кашшаф Сәмиғуллин 42 дәүләт һәм 34 ведомство наградаһына лайыҡ була, Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаһы, шулай уҡ Рәсәйҙең һуғыш ветерандары һәм хәрби хеҙмәт комитетының Почет билдәләре менән бүләкләнә.
Ветерандың наградалары бик күп, әммә Кашшаф Әһлетдин улы өсөн Миңлеғәле Шайморатов ордены айырыуса яҡын.
Башҡортостан үҙенең Кашшаф Сәмиғуллин кеүек улдары менән лайыҡлы ғорурлана.
- Рәмилә МУСИНА